Фильм режиссеры Александр Галибин актер Анатолий Папанов исемендәге махсус приз менән билдәләнде. Был награда “йәш актерҙар менән оҫта эш алып барыу һәм фильмдың әҙәби нигеҙенә һаҡсыл мөғәмәлә өсөн” тапшырылды, тип хәбәр итәләр Мостай Кәрим исемендәге фондтан.
Смоленскиҙа үткән “Алтын Феникс” XII Бөтә Рәсәй кинофестивалендә бөтәһе 19 кинотаҫма конкурста ҡатнашҡан.
“Һеңлекәш” фильмы Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына нигеҙләнә. Уны Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы (Мәскәү) һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд төшөргән. Сценарий авторы — Айҙар Аҡманов. Йәмил ролен Арыҫлан Ҡырымсурин, Оксана образын Марта Тимофеева кәүҙәләндерә. Ролдәрҙе Йософ Рәхмәтов, Илгизә Ғилманова, Сулпан Әбдрәхимова, Рәүис Заһитов һәм Виталий Салий башҡара. Ҙур экранға картина 19 сентябрҙә сыға.
Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы йылына арнала.