Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
5 Август 2019, 19:01

Арина Насирова – тәүге мобиль һайлаусы.

Башҡорт дәүләт университеты студенткаһы булған урын буйынса һайлау участкаһында тауыш биреү өсөн беренселәрҙән булып ғариза бирҙе.

Хәбәр итеүебеҙсә, 24 июлдән “Мобиль һайлаусы” механизмы эшләй башланы, ул, иҫәптән төшөрөү таныҡлыҡтары системаһын алмаштырып, булған урын буйынса һайлау участкаһында тауыш биреү процедураһын уңайлыраҡ итте.

Егерме йәшлек Арина Насирова, әйткәндәй, буласаҡ журналист, бик талантлы һәм яуаплы ҡыҙ, был хаҡта ишетеп, территориаль һайлау комиссияһына барып ғариза бирҙе. Ғаризалар ҡабул итеү пункты операторы Алина Ғабдрахманова әйтеүенсә, ул да студент икән, Арина иң беренсе булып ғариза тапшырған! Хәҙер республика Башлығы өсөн ул Өфөлә, уҡыу урынына яҡын участка комиссияһында тауыш бирәсәк.

Әле Арина, балалар лагерында вожатый булып ике смена эшләгәндән һуң (дүртенсе сменаға ла барырға йыйына), беҙҙең редакцияла практика үтә. Гәзит сайты һәм социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә постар яҙа, хаттарҙы эшкәртә, башкорт һәм татар телдәренән рус теленә тәржемә итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик тырыш ҡыҙ!

-Алда торған һайлауҙар минең өсөн өсөнсө буласаҡ. Әле береһен дә ҡалдырғаным булманы. Ә “Мобиль һайлаусы” ярҙамында тауыш биреү икеләтә уңайлы. Быйыл, белеүемсә, студенттар уҡыу урыны буйынса тауыш бирәсәк. Ваҡыт булғанда, мин ғаризаны алдан бирергә ҡарар иттем, - ти Арина йылмайып.

Автор фотоһы.

Булған урын буйынса һайлау участкаһының һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғаризаны 4 сентябргә тиклем теләһә ниндәй территориаль һайлау комиссияһына йәки Күп функциялы үҙәккә, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн режимында, ә 28 августан 4 сентябргә тиклем участка комиссияларына тапшыра алаһығыҙ. Үҙең менән паспорт алып килергә.

Арина уҡыу урыны буйынса тауыш бирәсәк.

Читайте нас: