Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
15 Июль 2019, 16:20

ЙӘЙГЕ УҢЫШ МУЛ БУЛҺЫН!

Ҡыяр – диета тотоусылар өсөн иң ҡулай йәшелсә.

100 грамында бары 15 килока­лория бар. 96 проценты һыуҙан торған ҡыярҙы баҡсала бынан алты мең йыл элек Һиндостан һәм Ҡытайҙа үҫтерә башлағандар. Унан төрлө ризыҡтар әҙерләнә, ә йәйге турамаларҙы иһә был йәшелсәнән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. !

Ҡара емеш менән

250 – 300 грамм тауыҡ ите, 1 ҡыяр, 2 йомортҡа, 10 ҡара емеш (чернослив), 50 грамм әстрхан сәтләүеге, 1 тотам йәшел һуған, 2 ҡалаҡ майонез, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.

Тауыҡ итен, йомортҡаны бешереп һыуытабыҙ ҙа шаҡмаҡлап турайбыҙ. Әстрхан сәтләүеген ваҡлайбыҙ. Ҡыярҙы, йәшел һуғанды турайбыҙ. Ҡара емеште лә бер нисә өлөшкә бүлеп ҡырҡабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ, борос, майонез менән бутайбыҙ.

Фото/бесплатный фотобанк

Читайте нас: