Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
28 Июнь 2019, 16:47

Башҡорттарҙың иң яҡшы сифаттары ниндәй?

Беҙҙе донъяла ниндәйҙер архаик стереотиптар итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға ҡарата иҫкергән ҡараштарҙы үҙгәртергә кәрәк, тип белдерҙе V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.


– Минеңсә, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образы быуаттар төпкөлөнән килгән ата-бабаларҙың аҡыл ҡеүәһе, ихласлыҡ, изге күңеллелек һәм ҡунаҡсыллыҡ, тырышлыҡ һәм һынауҙар алдында баҙап ҡалмау, йылдамлыҡ һәм заманса үҫешкә әҙер булыу кеүек сифаттарҙан торорға тейеш, – тине республика етәксеһе. – Европа менән Азия сиге беҙҙең төбәк аша үтә, шуға күрә көнсығыш һәм көнбайыштағы иң күркәм һыҙаттарға эйә булыуыбыҙ осраҡлы түгелдер. Образлы итеп әйткәндә, башҡорт генерал Миңлеғәле Шайморатов кеүек Тыуған илен һөйөргә һәм уға хеҙмәт итергә, Мостай Кәрим кеүек тәрән аҡыллы, Айрат Шаммазов кеүек белемле, Радик Юлъяҡшин кеүек һәләтле һәм заманса, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө һәм үҙ-үҙенә ышаныусан, Ләйсән Үтәшева кеүек һылыу һәм зифа булырға тейеш.


Читайте нас: