+12 °С
Болотло
Адвокаттарҙың әйтеүенсә, тәү сиратта банкоматтың, ысынлап та, аҡсаны бирмәүен асыҡларға кәрәк. Терминалдың “ялҡауланып”, көттөрөп кенә аҡсаны биреүе мөмкин. Шунда уҡ банкомат эргәһенән китһәгеҙ, аҡсағыҙҙы сит кешенең алыуы ихтимал. Өҫтәүенә һеҙгә финанс учреждениеһы менән бәйләнешкә инеп, хәлде аңлатырға кәрәк. “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефонын банкоматта йәки үҙегеҙҙең банк картаһында таба алаһығыҙ, операторға терминалдың номерын, адресын, операция ваҡытын әйтегеҙ. Заявкағыҙҙы теркәүен һорағыҙ. Һеҙҙе аҡса алған тип раҫлаған чекты алырға онотмағыҙ.