Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
29 Май 2019, 11:23

Яңыса дауалаясаҡтар

Хәҙер хроник сир менән ауырығандарҙы даими медицина тикшереүен үтергә, табипҡа күренергә кәрәклеге тураһында иҫкәртеп торасаҡтар.


Мотлаҡ медицина страховкалауының яңы ҡағиҙәләренә ярашлы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы поликлиникаларҙа профилактик йүнәлеште көсәйтә. Был ҡағиҙәләр кисә, 28 майҙа, үҙ көсөнә инде.



Киләһе ике йыл эсендә диспансеризация үткәреп, Рәсәй халҡын тулыһынса тикшерәсәктәр. Тикшереү һөҙөмтәһендә һәр кемдең һаулыҡ төркөмө билдәләнәсәк. Әгәр ҙә хроник сир асыҡланһа, ул кеше диспансер күҙәтеүе аҫтында буласаҡ, һәм уны йылына бер нисә тапҡыр тикшереп торасаҡтар. Табипҡа күренергә, анализдар бирергә кәрәклеге тураһында медицина хеҙмәткәрҙәре һәм полис биргән страховкалаусылар иҫкәртәсәк.


Шулай уҡ яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, әгәр дауалау сифатына, диагнозда шик тыуһа, кеше страховкалау вәкилдәре аша экспертизаға, телемедицина технологиялары ярҙамында юғары квалификациялы белгес менән кәңәшләшеүгә өмөт итә ала.

Фото: Яндекс


Читайте нас: