Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
22 Май 2019, 18:40

Помидор үҫтерәбеҙ

Помидор үҫә барған һайын һыуҙы аҙ итеп, әммә йышыраҡ һибегеҙ.

Күптәр көндәр йылытыу менән помидор үҫентеләрен теплицаға сығарып ултырта башлай һәм тамыр ебәрһен өсөн күп итеп һыу ҡоя. Былай эшләү дөрөҫ түгел. Сөнки үҫемлектең тамыры төпкә китмәй, өҫтә генә үҫә. Һыу аҙ булғанда, тамырҙар төпкә дым эҙләп китә. Помидор үҫә барған һайын һыуҙы аҙ итеп, әммә йышыраҡ һибегеҙ.



Үҫемлектәр бер ай теплицала үҫкәс, аҫҡы япраҡтарын йолҡоп ташлайҙар. Йәшелсә яҡшылап һеркәләнһен, емештәре төймәләнһен өсөн теплицала яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим. Көндөҙ температура 22 – 25, төндә 16 – 18 градус булырға тейеш. 13 градустан түбән булһа, үҫем­лектәр һер­кәләнмәйәсәк. Дымлылыҡ 60 про­центтан артмаҫҡа тейеш.


Помидорға үтәнән-үтә иҫеп торған ел дә файҙалы. Уның һабаҡтарын ваҡыт-ваҡыты менән һелкетеп алыу ҙа кәрәк. Көндөҙ теплицағыҙҙы елләтеп алырға ла онотмағыҙ. Дымлылыҡ юғары булғанда бәшмәк ауырыуҙары тарала.

Фото: Яндекс

Читайте нас: