Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең административ закондарҙы үтәү төркөмөнөң өлкән инспекторы Альбина КУТЬЯНОВА яуап бирә:
- Наркотиктар йәки табип билдәләүенән тыш психотроп матдәләр йәиһә яңы айырыуса хәүефле психоактив матдәләр ҡулланған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылыу-тарттырылмау тураһында белешмәне ғариза менән күп фунциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп йә булмаһа www.gosuslugi.ru берҙәм порталы аша алырға мөмкин. Был хеҙмәт Рәсәй Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт системаһында ғариза теркәлгәндән алып 30 көн эсендә күрһәтелә. Ентекле мәғлүмәтте https://02.мвд.рф сайтының “Граждандар өсөн/Дәүләт хеҙмәттәре” бүлегендә таба алаһығыҙ.