Раевка һәм Шафран ауыл биләмәләрендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән дөйөм йыйылыштар үткәрелде, унда йыйылыусыларҙы проект шарттары менән таныштырҙылар. Ихата территорияларын программаға индереүгә халыҡтан заякалар йыйылды. Шулай уҡ был йорттарҙа йәшәүселәр буласаҡ ихата дизайн-проектын һәм тейешле эштәр исемлеген һайлауҙа ҡатнашты.
- Район үҙәгендә Юбилей урамы буйлап уңайлы ял итеү майҙансығын төҙөкләндереү ҡаралды, унда эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ҡуйыу, балалар өсөн хәүефһеҙ резина япмалы майҙансыҡ, спорт тренажерҙары урынлаштырыу планлаштырыла, - ти Раевка ауыл биләмәһенең торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса инспекторы Миңлеғәлим Әхмәтшин. – Шулай уҡ мини-футбол, волейбол, баскетбол уйындары өсөн майҙансыҡ булдырыу күҙаллана. Ял итеү зонаһы йәшелләндерелеп, сәскә түтәлдәре яһаласаҡ, ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыласаҡ. Ленин урамындағы ял паркын төҙөкләндереү эше лә дауам итә. Бында шулай уҡ уйын комплексы урынлаштырыу планлаштырыла. Балалар өсөн автоҡаласыҡ проекты ла эшләнә.
Шафран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Резида Дәүләтова хәбәр итеүенсә, ауылда туғандар ҡәберлегендә комплекслы эштәр башҡарылып, һәйкәл ремонтланасаҡ, ҡоймаһы алмаштырыласаҡ, территорияға асфаль һалынасаҡ.
Ихата территориялары программаға халыҡ инициативаһы буйынса ғына индерелә. Финанслау түбәндәгесә буласаҡ: аҡсаның 94 проценты республика бюджетынан алына, 5 проценты – муниципалитеттан һәм 1 процентын күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йыйып бирергә тейеш.
Быйыл Раевка ауылының Вокзал урамындағы 47-се, 49-сы, Переезд урамындағы 1, 2, 2а, 3, 8а, Шафран ауылының Курорт урамындағы 5а, 5б йорттары ихаталары төҙөкләндереләсәк. Йорт алдарындағы машина үтеү юлдарына асфальт түшәләсәк, бордюрҙар алмаштырыласаҡ, ял зоналары, машина өсөн туҡталыштар төҙөкләндереләсәк, тренажерҙар, балалар өсөн уйын комплекстары, контейнер майҙансыҡтары урынлаштырыласаҡ, территорияны яҡтыртыу һәм йәшелләндереү эштәре башҡарыласаҡ.
Күп кенә ихаталар буйынса смета документацияһын һәм хеҙмәттәр хаҡын тикшереү үтте. Тиҙҙән төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн подряд ойошмаһы һайланасаҡ. Территорияларҙы төҙөкләндереү майҙа башлана.