Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
15 Апрель 2019, 12:31

Өҫтөнлөк – һанлы телевидениеға

Билдәле булыуынса, 3 июндән федераль телеканалдар программалары Башҡортостанда аналог форматта күрһәтмәйәсәк.

Шуға ла алдан уҡ һанлы телевидениеға күсеүҙе хәстәрләргә кәрәк. Районда телевидениены этаплап һанлы форматҡа күсереү тураһында хакимиәт башлығы урынбаҫары Н. Ә. Хәйретдинов һөйләй:

- Бөгөн Башҡортостан халҡы, шул иҫәптән әлшәйҙәр ҙә, 20 федераль телеканалды бушлай һәм юғары сифатта ҡарай ала. Районыбыҙҙың күп өлөшө һанлы тапшырыу зонаһына инә. 18000 йортта был телевидениенан ҡуллана аласаҡтар, тик 300-ө генә был зонанан ситтә ҡала.

Халыҡтың күпселеге юлдаш йәки IP-TV-ға тоташтырылған. Әммә аналог сигналын тотоусы иҫке телевизорҙар ҙа бар әле. Уларҙа Беренсе каналда уң яҡта өҫкө мөйөштә “А” хәрефен күрергә мөмкин. Бындай телевизорҙар булғанда, һанлы приставка алырға кәрәк буласаҡ. Ә һанлы сигнал тотоу режимына күсерелмәгән яңы телевизорҙарҙы көйләргә генә кәрәк.

Был йәһәттән бөтә ауыл биләмәләрендә лә аңлатыу эше алып барыла. Заявка тапшырғандан һуң һанлы приставканы тоташтырыуҙа ирекмәндәр – 40тан ашыу кеше ярҙам итәсәк. Шулай уҡ телевизорҙарҙы көйләү тураһында мәғүмәт яҙылған плакаттар эшләнде.

Район хакимиәтенә халыҡ, бөтәһенән элек, льготалар, юлдаш приставкаһының хаҡы тураһындағы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Дәүләт ярҙамын алыуға республика территорияһында теркәлгән һәм йәшәгән граждандар ғына хоҡуҡлы. Улар – пенсияларына федераль социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙар һәм ай һайын балаһына пособие алыусы аҙ килемле ғаиләләр.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, иҫке телевизорҙары булғандарға приемник һатып алғанда махсус ташламалар ҡаралған. “СпутникТелеком” йәмғиәте операторҙары 6 мең һумлыҡ юлдаш ҡорамалдары урынлаштырыуға заявкалар ҡабул итә. Уны тоташтырғандан һуң бушлай телеканалдар пакеты тәҡдим ителә.

Башҡорт телевидениеһы программаларын ҡарау өсөн антенна айырғысын алырға кәрәк. Ул ваҡытта федераль каналдар - приставка аша, ә БСТ туранан-тура антеннанан күрһәтәсәк.

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА яҙып алды.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бөтә мәғлүмәтте Рәсәй телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар селтәрендә 8-800-220-20-02 телефоны (шылтыратыу – бушлай, ял көндәрһеҙ, тәүлек әйләнәһенә) аша алырға мөмкин.

Читайте нас: