Әлшәй хәбәрҙәре
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
8 Апрель 2019, 14:12

Көнүҙәк, заманса һәм уңайлы

Рәсәй гражданинына 20 һәм 45 йәш тулғас, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша паспортты алмаштырырға, сит ил паспорты алырға, килеү һәм йәшәү урыны буйынса теркәлеү үтергә, белешмә мәғлүмәт алырға һәм дәүләт пошлинаһы түләргә мөмкин.

Порталдан файҙаланыуы еңел. Бының өсөн gosuslugi. ru сайтында теркәлергә кәрәк. Әгәр компьютерығыҙ юҡ икән, мобиль ҡушымтаны ҡулланырға була. Теркәлеүҙе үҙ аллы, шулай уҡ Раевка ауылының күп функциялы үҙәгендә, миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәлә үтергә мөмкин. РФ гражданины паспортын һәм Пенсия фондының страховка таныҡлығын (СНИЛС) күрһәткәндән һуң һеҙгә дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталы шәхси кабинетының активациялау коды биреләсәк.

Әлеге ваҡытта дәүләт хеҙмәттәрен электрон рәүештә алыу көнүҙәк, заманса һәм уңайлы. Ғариза биргәндән һуң һеҙгә ҡабул итеү көнө билдәләнә һәм сиратта баҫып тороуҙың да кәрәге юҡ, финанс сығымдар ҙа кәмерәк була. Ләкин порталдың иң мөһим өҫтөнлөгө шунда – йорттан сыҡмай ғына ла хеҙмәттәрҙән электрон рәүештә файҙаланырға мөмкин. Ҡануниәт тарафынан ҡаралған документтар ғариза биреүсенең ҡулына тапшырыла.

Порталдан файҙаланғанда дәүләт пошлинаһын түләүгә 30 процент ташлама бирелә. Уны алыу өсөн портал аша хеҙмәт күрһәтеүгә ғариза яҙығыҙ, дәүләт пошлинаһын түләүҙең ҡулаҡсаһыҙ алымын һайлағыҙ (банк картаһы, электрон янсыҡ, мобиль телефон). Әгәр бөтә шарттар ҙа күҙәтелһә, һеҙгә ташлама яһаласаҡ.

Миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәлә документтар тапшырыуға йәки алыуға телефон буйынса, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең берҙәм порталы аша алдан яҙылыу үткәрелә.

Ю. ВАСИЛЬЕВА,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе етәксеһе.

Читайте нас в