Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
19 Март 2019, 13:08

Штраф түләнергә тейеш

18 марттан 27 мартҡа тиклем районда “Бурыслы” тип аталған иҫкәртеү операцияһы үткәрелә.

Ул административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн элек һалынған штрафтарҙы түләтеүгә йүнәлтелә.

Закон тарафынан штрафты ирекле түләү срогы ҡаралған – уның һалыныуы тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көндән дә һуңламай түләргә була. Юғиһә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.25-се стаьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, бурыслы кешегә түләнмәгән сумманың икеләтә күләмендә штраф һалыныуы (ул 1 мең һумдан кәм булмаҫҡа тейеш) йәиһә бурыслы кешенең 15 тәүлеккә аресҡа алыныуы йәки мотлаҡ эштәргә ебәрелеүе мөмкин. Былтыр был статья буйынса 161 хоҡуҡ боҙоусы яуапҡа тарттырылды, уларҙың 43-нә штраф икеләтә күләмдә һалынды, 19 кешегә ҡарата суд арест билдәләне, 99 кеше мотлаҡ эштәргә ебәрелде.

Штраф буйынса бурыс булыу-булмау тураһында полицияның участка уполномоченныйынан йәиһә Эске эштәр министрлығы бүлегендә, ЮХХДИ бүлексәһендә белергә мөмкин.

Альбина КУТЬЯНОВА,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең административ закондарҙы үтәтеү төркөмө өлкән инспекторы.
Читайте нас в