Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
18 Март 2019, 16:48

Туйҙар булыр, әле бик күп туйҙар...

Көмөш һәм алтын туйҙарҙы матур итеп уҙғарыу һуңғы ваҡытта айырыуса күркәм йолаға әүерелде. Әммә өйләнешеп, ғүмер юлын бергә үтеүселәргә ҡағылған иҫтәлекле даталар байтаҡ.

Мәҫәлән, никахҡа ингән көндөң йәшел туй — йәшлек һәм мөхәббәт байрамы булыуын ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә әле. Артабан - ситса туй. Уны бер йылдан һуң билдәләйҙәр. Йәштәрҙең ҡәҙимге тормош менән йәшәй башлауын аңлата. Шуға ла ситсанан тегелгән әйбер бүләк итергә ярай.


5 йыллыҡ юбилей — ағас. Ир менән ҡатын был көндә ағастан эшләнгән бүләк ҡабул итә.

6,5 йыл — цинк туй. Ни өсөн “цинкмы”? Цинк һауыт-һабаны ваҡыты-ваҡыты менән ялтыратып торған кеүек, парлап донъя көтөүселәрҙең мөнәсәбәтен дә яңыртыу кәрәклеген иҫкә төшөрә.

7 йыл — ҡурғаш туй. Парлап, бер һуҡмаҡтан атлаусылар көмөш аҡса менән алмаша.

8 йыл — ҡалай туй. Был көндә ялтырап торған һауыт-һаба бүләк итәләр.

10 йыл — рауза сәскәләре көнө. Болгарҙар был көндө Рауза көнө тип атай. Матур юбилей. Ошо дата айҡанлы, тантана сәбәпселәрен ҡыҙыл раузаларға күмергә мөмкин.

12,5 йыл — никель туй.

15 йыл — быяла туй. Ул һис кенә лә тоноҡланмаған мөнәсәбәтте һынландыра. Никахтағы парҙар быяланан эшләнгән бүләктәр ҡабул итә.

20 йыл — фарфор туй. Ошо сама ваҡыт ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусылар ҡунаҡтарҙы яңы фарфор һауыт-һабаға һалынған ризыҡ менән һыйлай.

25 йыл — көмөш туй. Алтын балдаҡ эргәһенә көмөшө кейелә.

30 йыл — ынйы туй. Кәләшкә бүләккә мәрйен һайлайҙар.

35 йыл — туҡыма туй. Был көндө тынлыҡ һәм тыныслыҡ билдәһе итеп ашъяулыҡ бүләк итәләр.

37,5 йыл — алюмин туй. Ғаиләнең оҙон ғүмерле һәм бәхете ныҡлы булыуы тураһында һөйләй.

40 йыл — ҡыҙыл яҡут туй. Никах балдағы мөхәббәт һәм ҡыҙыл яҡут ташы менән биҙәлә.

50 йыл — алтын туй. Алтын балдаҡтар яңыһына алмаштырыла.

60 йыл — бриллиант туй.

65 йыл — тимер туй. Был союзды бер нәмә лә тарҡата алмай тигәнде аңлата.

70 йыл — икенсе бриллиант туй.

80 йыл — имән туй. Иҫ киткес матур ваҡиға! Имән — тормош, мәңгелек, ныҡлыҡ һәм аҡыл символы.

100 йыл — ҡыҙыл туй.
Читайте нас: