Элек идара итеүсе компаниялар, ҡағиҙә булараҡ, сүп-сар сығарған өсөн түләүҙе торлаҡ бинаһын хеҙмәтләндереү өсөн түләүгә индерәләр ине. Хәҙер ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу айырым коммуналь хеҙмәт булып иҫәпләнәсәк. Әгәр быға тиклем көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн түләү суммаһы торлаҡтың дөйөм майҙанынан сығып иҫәпләнһә, хәҙер иһә ул туранан-тура фатирҙа йәшәүселәр һанына бәйле буласаҡ.
Хеҙмәт күрһәтеүҙе, иҫәпләүҙәрҙе төбәк операторҙары, Әлшәй районында "Экология-Т” йәмғиәте башҡарасаҡ. Килешеүгә ярашлы, төбәк операторы сүп-сар сығарған өсөн түләү тураһындағы мәғлүмәтте “ЭСКБ” йәмғиәтенә тапшыра. Квитанцияла “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн” тигән яңы графала тейешле сумма күрһәтеләсәк. Бындай тәүге квитанцияны ҡулланыусылар февраль айында аласаҡ.
Хаҡты яңынан иҫәпләтеүгә, был хеҙмәт буйынса льготалар һәм субсидия алыуға документтарҙы Раевка ауылы, Ленин урамы, 87/25 адресы буйынса “Башэлектросбыт”тың клиенттар офисына килтерергә мөмкин.
“Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” йәмғиәтенең Әлшәй клиенттар офисы етәксеһе.