1 ғинуарҙан “РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон көсөнә инде. Республикала йәшәүселәрҙән был законды ҡулланыуға бәйле бик күп мөрәжәғәттәр булды. Шуға ла халыҡты айырыуса борсоған һорауҙарға яуап бирергә кәрәк тип иҫәпләйем.
Был һүҙҙе башҡортсаға тәржемә итһәк, лапы, киҫкә, ҡоро-һары тигәнде аңлата. Ул – ел-дауыл һындырған, ҡар ауырлығы, ҡороу йәки төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағас.
Бының өсөн рөхсәт алыу кәрәкмәй.
Эйе, мөмкин, шулай уҡ бензин менән эшләүсе бысҡыны ла алырға була. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ, сөнки ерҙә ятҡан ағасты алып ҡайтыу өсөн уны киҫкеләргә кәрәк бит.
Йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә, янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителеп, урманға барыу тыйылған осраҡтарҙан тыш.
Киҫкәне бөтә урмандарҙа ла әҙерләргә була. Бары тик урман ҡырҡыу, алдан әҙерләнгән ағасты һаҡлауға һалыу урындарында ғына тыйыла.
Шуға иғтибарығыҙҙы йәлеп иткем килә, Башҡортостан Урман хужалығы тарафынан 2018 йылдың 26 декабрендә үҙенең биләмә бүлексәләренә ебәрелгән хат кире ҡағылды һәм ул ҡулланылырға тейеш түгел. Унда киҫкә алырға теләгәндә, башта был хаҡта урман һаҡлау органдарына хәбәр итергә һәм ҡоро-һары әҙерләү өсөн рөхсәт алырға кәрәклеге хаҡында һүҙ бара. Бөгөн министрлыҡтарға законды ҡулланыу буйынса яңы хаттар ебәрелде.
Шул уҡ ваҡытта урманға киҫкә әҙерләү өсөн барыусыларҙан үтенеп һорайым: бер ниндәй сәбәп менән дә үҫеп ултырған ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡмаҫҡа, урман үҫентеләренә зыян килтермәҫкә кәрәк. Йәнә йығылып ятҡан ағасты алғанда, ҡороған ботаҡтарын ҡалдырмауығыҙҙы һорар инем, сөнки улар урманды бысратып ҡына ҡалмай, янғын хәүефе лә тыуҙыра.
Барығыҙға ла мәғлүм, үҫеп ултырған ағасты законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, айырым осраҡтарҙа, килтерелгән зыянға бәйле, енәйәт яуаплылығына тарттырыу ихтималы бар.
Был закон ауыл кешеләренә айырыуса кәрәк, тип һанайым, сөнки йығылған ағастарҙың олоно утын итеп файҙаланылыуҙан тыш, хужалыҡта бағаналарҙы алмаштырыу һәм башҡа ихтыяж өсөн ҡулланылырға мөмкин.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты.