Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
21 Ғинуар 2019, 12:06

Пенсия алды йәшендәгеләргә эшһеҙлек буйынса пособие

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән пенсия тураһындағы яңы законға ярашлы, хаҡлы ялға сығырға биш йыл ҡалған граждандарға тәүге тапҡыр эшһеҙлек буйынса пособие булдырылды. Уның минималь күләме – 1500, иң юғары күләме айына 11280 һум тәшкил итә. Кемдәргә ниндәйерәк пособие буласағы тураһында Көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Әлшәй районы буйынса бүлеге етәксеһе Венера ХӘМИҘУЛЛИНА аңлатма бирә:

- “Рәсәй Федерацияһында халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһында”ғы РФ законына үҙгәрештәр быйыл 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде. Уларға ярашлы, әгәр пенсия алды йәшендәге гражданин халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткәнгә тиклем 12 ай элек эштән китһә һәм уның кәмендә 26 аҙна (6,5 ай) эшләгән осоро булһа, уға тәүге өс ай дауамында үҙенең уртаса хеҙмәт хаҡының 75 проценты күләмендә пособие түләнәсәк. Киләһе дүрт айҙа – 60 процент, артабан инде 45 процент күләмендә пособие билдәләнәсәк. Шуға иғтибарығыҙҙы йүнәлтке килә, пособие күләме эшһеҙлек буйынса пособиеның иң юғары күләменән күберәк була алмай – республикабыҙҙа ул Урал коэффициенты менән 12 мең 972 һум тәшкил итә.

Әгәр пенсия алды йәшендәге кеше 26 аҙнанан әҙерәк эшләһә, уға Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 12 ай дауамында минималь пособие – 1725 һум түләнәсәк.

Әгәр пенсия алды йәшендәге кеше оҙаҡ ваҡыт (бер йылдан күберәк) эшләмәй торғандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген яңынан башларға теләһә, уға өс ай дауамында 1725 һум күләмендә эшһеҙлек буйынса минималь пособие тәғәйенләнә.

Читайте нас: