Көнсығыш календарына ярашлы, һәр йылдың үҙ ҡурсалаусыһы бар. Эткә алмашҡа игелекле Ҡабан (Һары Ер Сусҡаһы) ашыға. Йыл хужабикәһенән нимәләр көтөргә һәм уның мәрхәмәтен яулар өсөн нимә эшләргә?
Сусҡа – шаян, аралашыусан, шул уҡ ваҡытта һаҡсыл һәм аҡыллы йән эйәһе. Йыл һөҙөмтәләр яһау өсөн уңайлы, һине аҫҡа һөйрәүселәрҙе тормошоңдан һыҙып ташларға кәрәк һәм яңы дуҫтар табыу яҡшы буласаҡ. Улай ғына ла түгел, ул яңы ҡыҙыҡһыныуҙар, уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыу йылы ла, бер һүҙ менән әйткәндә, Ҡабан бик күп яҡшылыҡтар килтерәсәк!
Астрологтар фекеренсә, йыл тыныс, уңышлы һәм тотороҡло булырға вәғәҙә итә. Иң элек, улар йылдың ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә уңышлы булыуын фаразлай. Тағы ла Сусҡа ғаилә, балаларҙы ярата, айырыуса ул – күп балалы ғаиләләрҙе ҡурсалай.
Ҡабан йылы 2019 йылдың 5 февралендә үҙ хоҡуҡтарына инеп, 2020 йылдың 24 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
Ниндәй кейемдә ҡаршыларға
Һәр яңы йылды беҙ ғаилә, яҡындар һәм дуҫтар менән ҡаршыларға тырышабыҙ. 2019 йыл да иҫкәрмә булмаһын. Быйыл һары төҫтө генә түгел, ә ҡом төҫөндәге, лимон, йәшел, көрән һәм башҡа төрлө кейемдәр ҙә һайларға мөмкин. Уларға алтынһыу төҫтәрҙе ҡушырға кәрәк, сөнки Ҡабан (Сусҡа) байлыҡ һәм муллыҡты кәүҙәләндерә. Байрам күлдәктәренә алтын биҙәүестәр, һары металдан бижутерия яҡшы өҫтәмә булыр. Өй эсе һары, көрән, алтынһыу һәм йәшел төҫтәр менән балҡыһын өсөн шыршы уйынсыҡтары ярҙамға киләсәк.
Өҫтәлгә ниндәй ризыҡ ҡуйырға
Сусҡа – йорт хайуаны, ул йәмлелек һәм уңайлылыҡ ярата, уға ихласлыҡ бөтәһенән дә мөһимерәк. Шуға ла өҫтәл әҙерләгәндә ябай һәм уңайлы шарттар тураһында онотмағыҙ.
Сусҡа әллә ни талымлы түгел, әммә был байрам өҫтәлендә бер төрлө әйберҙәр булырға тейеш тигәнде аңлатмай. Төрлө салаттар һәм ҡабымлыҡтар күберәк булған һайын, киләһе йыл хужабикәһенә нығыраҡ ярарһығыҙ. Әгәр һеҙ йәшелсә, сәтләүек, йәшел тәмләткестәр, бәшмәк, ярма, йомортҡа һәм сырҙан ашамлыҡтар әҙерләһәгеҙ, Һары Ҡабанға оҡшар. Шулай уҡ тауыҡ, һыйыр һәм һарыҡ итенән бешерелгән ризыҡтар ҙа ярай. Цитруслыларҙың төрлөлөгө лә йыл хужабикәһенең күңеленә хуш килер.
Әҙер блюдоларҙы зауыҡ менән өҫтәлгә ҡуйыу ҙа мөһим.
Фантазияғыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Бүләк һайлағанда иң төп ҡағиҙә: ул кәрәкле һәм файҙалы булһын. Шуға ла Сусҡаны мәғәнәһеҙ әйберҙәр шатландырмай – 2019 йыл хужабикәһе файҙалы бүләктәр ярата.
Көнкүрештә кәрәкле аҡса янсығы, бүләк сертификаттары, йорт кәрәк-яраҡтары бик яҡшы бүләк булыр.
Байрам алдынан өйҙө йыйыштырып сығыу мөһим, Яңы йылды таҙалыҡта һәм тәртиптә ҡаршыларға кәрәк.
Яңы йылды ҡаршылағанда кеҫәгеҙгә мотлаҡ тәңкә һалығыҙ, был финанс яҡтан уңышты йәлеп итеү өсөн ярҙам итер.