Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
17 Декабрь 2018, 15:50

“Үҙеңдең ВИЧ-статусыңды бел!”

Йыл башынан районда инфекция менән зарарланған 30 кеше асыҡланды

Башҡортостанда СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, быйыл ВИЧ-инфекциялы 2203 кеше теркәлгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда ауырыуҙың 4,5 процентҡа түбәнәйеүе билдәләнә.

Инфекция енси юл менән, ҡан аша (наркотиктар ҡулланғанда бер үк шприцтан), ауырлы ваҡытта, бала тыуҙырғанда һәм имеҙгәндә әсәнән балаға күсә. Сирҙе енси юл менән йоҡтороу киң таралған һәм ул 72 процент тәшкил итә. Быйыл ауырыу күберәк 31-40 йәшлек (48 процент) граждандарҙа теркәлгән.

Йыл башынан районда инфекция менән зарарланған 30 кеше асыҡланды, уларҙың 16-һы - ир-ат, 14-е – ҡатын-ҡыҙ. Бөтәһе ВИЧ-инфекциялы 188 кеше теркәлгән. Уларҙың 60 проценты вирусҡа ҡаршы терапия ала, был пациенттың тормош сифатын яҡшырта, ҡанда вирус күләмен кәметә.

Наркотиктар ҡулланыу, һаҡланмаған енси бәйләнеш, маникюр, пирсинг яһағанда стерилләнмәгән инструменттар ҡулланыу һәм татуировка эшләтеү зарарланыуға килтереүе мөмкин.

Кешенең тышҡы ҡиәфәтенән зарарланғанмы-юҡмы икәнен билдәләп булмай. Уны ҡан биреп кенә белеп була. Ғәҙәттә антителалар ҡанда ай ярымдан 3 айға тиклем (айырым осраҡтарҙа алты айға тиклем) барлыҡҡа килә. Хәүефле бәйләнештән һуң 3-6 ай үткәс, мотлаҡ анализ бирергә кәрәк. Был ваҡытҡа тиклем кеше инфекция эләктерһә лә ҡан анализдары быны күрһәтмәй һәм ул башҡа кешеләрҙе лә зарарларға мөмкин. ВИЧ-ҡа анализды йәшәгән урын буйынса поликлиникала бирергә була.

Н. Ғ. АБДРАХМАНОВА,

Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-инфекционисы.

Читайте нас: