Махсус тәҡдим “Яңы йыл төнө” акцияһы барышында, йәғни 31 декабрҙә генә ғәмәлдә була. Пассажирҙарға купе һәм плацкарт вагондарҙың өҫкө урындарына ярты хаҡҡа билет алырға мөмкин. Ташламалар балалар тарифы һәм ойошторолған төркөмдәр өсөн билет алыусыларға ҡағылмай.