Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
11 Декабрь 2018, 11:57

Театр йылы спектакль премьераһы менән асыла

Илебеҙҙә 2019 йыл Рәсәй Президенты Указы менән Театр йылы тип иғлан ителде.

Йылды асыу тантанаһы ил буйынса13 декабрҙә уҙа.

Әлшәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҙур күләмле саранан ситтә ҡалмай.

- Театр йылын Никифар ауыл мәҙәниәт йорто театр коллективының спектакль премьераһы менән асабыҙ. Улар Ф. Саҙрыевтың “Йәмиләнең енләнеүе” комедияһын күрһәтәсәк, - ти социаль-мәҙәни үҙәктең әйҙәүсе методисы Венер Ғәлимов. – Үҙешмәкәр артистарыбыҙҙың уйнауы тамашасылар күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Комедияның премьераһы 13 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында була. Башлана – 19 сәғәттә, билет хаҡы – 100 һум. Реклама
Читайте нас: