Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
10 Декабрь 2018, 13:48

Рәсәй Конституцияһына – 25 йыл

1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ ҡатнашлығында тауыш биреү ярҙамында илебеҙҙең Төп законы ҡабул ителде.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы юғары юридик көскә эйә һәм илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә ҡулланыла. 25 йыл элек ҡабул ителгән Конституция хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә нигеҙ һалды, Рәсәйҙә демократия үҫешенә этәргес бирҙе. Конституция буйынса кеше, уның хоҡуҡтары һәм азатлығы иң ҙур байлыҡ булып тора, уны дәүләт үҙ яҡлауына алырға бурыслы.

РФ Конституцияһы көнөнә Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса, 2013 йылдың 12 декабренән башлап, йыл һайын бөтә Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө үткәрелә.

Читайте нас: