Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
20 Ноябрь 2018, 11:32

Милеккә һалым ҡайтармаһы автоматик рәүештә иҫәпләнә

Был көндәрҙә күп кенә әлшәйҙәрҙе һалымдар, атап әйткәндә, милеккә һалым буйынса һорауҙар борсой.

- Бөтә физик шәхестәр өсөн мөлкәткә һалым иҫәпләгәндә һалым базаһы һәр торлаҡ йортҡа ҡарата уның дөйөм майҙанының 50 квадрат метрға кадастр хаҡы күләменән кәметелә һәм был квартираға йәки торлаҡ йорттоң бер өлөшөнә – 20 квадрат метрға ҡарата ҡулланыла. Әгәр һүҙ бүлмә йәки фатирҙың бер өлөшө тураһында бара икән, һалым иҫәпләгәндә уның 10 квадрат метрынан һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин.

Бындай ҡайтармалар бөтә объекттарҙың милкенә һалым иҫәпләгәндә автоматик рәүештә ҡулланыла. Мәҫәлән, кешенең өс квартираһы, бүлмәһе, ике торлаҡ йорто бар икән. Был осраҡта һәр өс квартираға, бүлмәгә һәм һәр йортҡа ҡарата һалым ҡайтармаһы бирелә. Был йәһәттән милек хужаһына һалым ҡайтармаһын алыу тураһында ғариза менән һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, - тип аңлаттылар Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 31-се район-ара инспекцияһында

Читайте нас: