Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
24 Сентябрь 2018, 17:23

Мираҫҡа күскән бурыстар

Кредит килешеүе төҙөгән бурыслы кешенең үлеме уны түләүҙән азат итмәй, ә мираҫ алған туғандарына йөкмәтелә.

Туғандары үҙҙәренә ҡалған мираҫ милкенә ярашлы яуап бирә. Ә мираҫ булмаһа йәки етмәһә, кредиторҙарҙың талаптары мираҫ алыусыларҙың милке менән ҡаплатылмай һәм вариҫтың бурыс йөкләмәләре туҡтатыла.

Мәҫәлән, Әлшәй район суды Рәсәй Һаҡлыҡ банкы биргән дәғүә буйынса Раевкала йәшәүсе А.-ға ҡарата гражданлыҡ эше буйынса (уның 2016 йылда вафат булған әсәһе банк менән килешеү төҙөгән) кредит килешеүе буйынса бурысты түләттереүгә ҡарар сығарҙы. Эш материалдары буйынса вафат булған заемсының банкка бурысы яуап биреүсе алған мираҫ хаҡынан ҙурыраҡ булыуы асыҡланды, шуға бәйле А.-нан мираҫҡа алған милек сиктәрендә бурыс түләттерелде.

Әгәр туғандары мираҫтан баш тартһа, вафат булған кешенең бурыстары өсөн улар яуаплы түгел. Шуға ла район суды Н.-ға ҡарата (уның ире банк менән кредит килешеүе төҙөгән булған), бурыс түләттереү буйынса Рәсәй Һаҡлыҡ банкы дәғүәһен ҡәнәғәтләндереүҙән баш тартты. Суд ултырышы барышында ире вафат булғандан һуң тол ҡатыны мираҫ алыуҙы юлламағанлығы асыҡланды.

Светлана ШӘМСЕТДИНОВА,

судья ярҙамсыһы.

Читайте нас: