Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
20 Сентябрь 2018, 13:17

Биҙәктәре аллы-гөллө сәскә, Осҡайҙары суҡлы, селтәрле

Үрәҙмәт ауылы музейы киндер һөлгөләр күргәҙмәһенә саҡыра

Элек-электән ҡыҙҙар биҙәкләп сигеү серҙәренә кесе йәштән үк өйрәнгән. Тәүҙә туҡыма һуғылған, унан һуң сигеүгә ултырғандар, ә биҙәктәр инде быуындан-быуынға күсеп килгән.

Был эш оҫталарҙан ҙур түҙемлек, иғтибар, ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ талап иткән. Бер генә епкә яңылышһаң да, бөтә эшеңдең матурлығы юғаласаҡ. Сигеү оҫталығына ҡарап, хужабикәне баһалағандар, ә сигеүле таҫтамалдар йортто һәм ғаиләне бәлә-ҡазанан, яман күҙҙәрҙән һаҡлаған, изгелек, бәхет, тотороҡлоҡ, мөхәббәт һәм именлек алып килгән.

Бөгөн ҡабатланмаҫ биҙәкле таҫтамалдарҙы сәнғәт төрө булараҡ, бик һирәк күрергә мөмкин. Әммә элекке оҫталарҙың һоҡланғыс ижад емештәре музейҙарҙа ҡәҙерләп һаҡлана әле һәм күптәр өсөн бай илһам сығанағы булып тора.

Изге уй-ниәттәр менән янып йөрөүсе, бер нимәгә лә битараф булмаған, тыуған яғы тарихын бөртөкләп йыйған Үрәҙмәт ауылы клубы мөдире Клара Туҡаева тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында боронғо һөлгөләр коллекцияһын туплаған.

- Бындай декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөләре кешеләрҙе бөгөн бик ныҡ ҡыҙыҡһындырмаһа ла, күргәҙмәгә ҡунаҡтар күп килде, - ти Клара Ярулла ҡыҙы. – Күсмә семинар барышында музейға килгән коллегаларым – район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең юғары баһаһы айырыуса шатландырҙы, улар үҙҙәренә бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алғандыр, тип ышанам. Үҙ халҡының тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм йолаларына битараф булмағандарҙы ошо күргәҙмәгә саҡырабыҙ.

Бында төрлө биҙәкле, селтәрле, сәскәләр, төҫлө таҫмалар менән нағышлап сигелгән киндер һөлгөләрҙе күрергә мөмкин... Халыҡ сәнғәтенең баһалап бөткөһөҙ ынйы бөртөктәрен һаҡлаусы ханым төрлө экспонаттар йыйған, уларҙы һанап бөтөрлөк тә түгел. Һәр береһенең – үҙ тәғәйенләнеше, ниндәйҙер символик мәғәнәһе һәм үҙ тарихы бар...


Читайте нас: