Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Уны тупһаға һалыу йолаһы ла бар. Кесе йома һайын ташты йыуып, сайып торалар.
Башҡорт ауылдарында борон йорттар урам буйлап теҙелеп ултырмаған: береһе эстәрәк, икенсеһе тыштараҡ һалынған, сөнки тыныс урын эҙләгәндәр. Ә ундай ерҙе шулай тапҡандар: көмөш тәңкәне епкә таҡҡандар ҙа шуны ҡулға тотоп йөрөтөп сыҡҡандар. Тәңкә бәүелә башлаһа, ул ер оҡшамаған. Бәүелеүҙән туҡтаған урында нигеҙ ҡорорға яраған.
Тупһаға, ишек башына даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шуға эләгеп ҡала тип һанала. Даға ен-шайтандарҙан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта:
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, - тигән теләк һамаҡлайҙар. Даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған, ҡатынан да ҡаты булырға тейеш.
Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡуранан мал өҙөлмәһен өсөн өс тапҡыр: “Ҡотоңдо алам”, — тип ҡабатлап, һырт буйынан, һыйыр малы һатҡанда, мөгөҙ төбөнән өс тапҡыр берәр семтем йөнөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар.
Ат һатҡанда хужа уны һатып алыусыға йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен тип малды һарайҙан арты менән сығаралар.