Ҡауындың йомшағы А витаминына бай. Ул тирене йомшарта, шымарта, сәсте сәләмәтләндерә. Уның өсөн ҡауынды биткә һөртөргә һәм ҡабығын тирегә ышҡырға кәрәк. Ҡауын ағартыу үҙенсәлегенә эйә. Һипкел һәм пигмент таптар булғанда файҙалы. Һутын, 1:1 нисбәтендә һөткә ҡушып, ҡоро тирегә һөртәләр. Уны сәс төбөнә ышҡырға ла мөмкин. 20-30 минуттан шампунь менән йыуалар. Процедураны аҙнаға 2-3 тапҡыр ҡабатлау зарур.
Ҡарбуз емешенең йомшағы менән тосонан битлек яһарға мөмкин. Ҡарбуздың тосон ит үткәргестән сығаралар һәм бер аҙ ғына ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы 10-15 минутҡа биткә һөртәләр. Йыуып төшөргәс, бит тиреһенең нәфисләнгәнен һиҙерһегеҙ.
Ҡарбуз һутынан лосьон һәм тоник яһарға була. Уның өсөн һутты туңдырырға һәм барлыҡҡа килгән боҙ менән бит тиреһен ышҡырға кәрәк. Бындай сара теләһә ниндәй тиренең тонусын күтәрә.