Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
2 Август 2018, 18:07

Күстәнәстәр тейәп август килә

Төрлө күстәнәстәр тейәп август килә. Баҫыу аша ғорур атлап өйгә инә. Уң ҡулына икмәк тотҡан, үҙе көлә. Беҙҙә уны яраталар шуға күрә.

Августа иҫтәлекле көндәр
1 – Беренсе донъя һуғышында (1914-1918) һәләк булған Рәсәй яугирҙәрен иҫкә алыу көнө.
Инкассаторҙар көнө.
Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллинға – 70 йәш (1948).
2- Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө.
5 – Тимер юлсылар көнө.
6 – Хиросима көнө. Бөтә донъя ядро ҡоралын тыйыу өсөн көрәш көнө.
Тимер юл ғәскәрҙәре көнө.
9 – Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнө.
11 – Физкультурниктар көнө.
12 – Халыҡ-ара йәштәр көнө.
Төҙөүселәр көнө.
Хәрби-һауа көстәре көнө.
Башҡортостан Республикаһы умартасылары көнө.
19 – Рәсәйҙең Һауа флоты көнө.
20 – Ғәрәфә көнө.
21 – Ҡорбан байрамы.
22 - Рәсәйҙең дәүләт флагы көнө.
23 – Совет ғәскәрҙәре Курск дуғаһында фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән көн (1943).
26 – Шахтерҙар көнө.
27 – Рәсәй киноһы көнө.
31 – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө.
Август айына һынамыштар


☂ Ҡояш ҡыҙарып байыһа, елләп ямғыр яуыр.

☂ Болондағы кипкән бесән дымланһа, ямғыр булыр.

☂ Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
Читайте нас: