Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
21 Июнь 2018, 18:31

Статистика шундай: 17 ҡыҙға - 13 малай

Яңы тыуған сабыйҙар быйыл үҙ-ара ярышҡан кеүек: йә малайҙар алға сыға, йә ҡыҙҙар.

Май айында гүзәл зат вәкилдәре йәнә ал бирмәне – уларҙың һаны - 17, ә егеттәр – 13 кенә (былтырғы осор менән сағыштырғанда биш сабыйға күберәк).

Ата-әсәләр балаларына күптән онотолған Платон, Устинья, Ульяна исемдәрен ҡуша башланы. Бәләкәстәр араһында Радмир, Михаил, Элина, Милена ла бар. Ә иң популяр исемдәр тип Александр, Әнүәр, Андрей, Арсен, Дарья, Юлия, Аделина һәм Аиша табылды.

Апрель айындағы кеүек, 11 ғаиләлә – беренсе, уныһында икенсе сабый донъяға килде. Был юлы һигеҙ ғаиләгә өсөнсө бала шатлыҡ килтерҙе.

Быйыл – 16, былтыр 12 йәш пар никахҡа ингән. Айырылышыуҙар һаны артҡан – 16 (былтыр – 14). Атайлыҡты билдәләү буйынса - ике, уллыҡҡа алыуҙың бер осрағы теркәлгән. Исемен алмаштырырға теләүселәр булмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был айҙа ла үлем тыуымдан артҡан: 41 ир-егет (апрелдә – 37), 15 ҡатын-ҡыҙ (21) вафат булған. Үлемгә килтергән сәбәптәр булып, яман шеш һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары тора.

Читайте нас: