Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
8 Июнь 2018, 13:36

Фатир һатып алырға уйлаһаң

Фатир һатып алғанда мутлашыусылар тоҙа­ғына эләкмәҫ өсөн иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

– Барлыҡ күсемһеҙ милекте һатып алыр алдынан иң тәүҙә уның тарихын өйрәнеү мөһим. Уны Күсемһеҙ милектең берҙәм дәү­ләт реестрынан (КМБДР) алынған күсермә ярҙа­мында бе­лер­гә мөмкин. Документта бинаның барлыҡ мәғлү­мәттәре би­ре­лә: кадастр һаны, күсемһеҙ милектең төрө, адресы, уның эйәләре.

Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү датаһы ҙур әһә­миәт­кә эйә. Уны белгәндә, судҡа дәғүә ғаризаһын тапшырыу һәм ки­лешеүҙе тарҡатыу тураһында ваҡытында асыҡларға мөмкин.
Читайте нас: