Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
7 Июнь 2018, 18:34

Туйҙар булһын, тағы бик күп туйҙар!

Никахҡа ингән көн – йәшел туй, йәшлек һәм мөхәббәт байрамы.Бер йылдан – ситса туй. Ситсанан тегелгән әйбер бүләк итергә ярай.

Никахҡа ингән көн – йәшел туй, йәшлек һәм мөхәббәт байрамы.

Бер йылдан – ситса туй. Ситсанан тегелгән әйбер бүләк итергә ярай.

Биш йыл – ағас туй. Ир менән ҡатын был көндә ағастан эшләнгән бүләк ҡабул итә.

Алты йыл – цинк туй. Цинк һауыт-һабаны ваҡыты-ваҡыты менән ялтыратып торған кеүек, парлап донъя көтөүселәрҙең мөнәсәбәтен дә яңыртыу кәрәклеген иҫкә төшөрә.

Ете йыл – ҡурғаш туй. Парлап, бер һуҡмаҡтан атлаусылар көмөш аҡса менән алмаша.

Һигеҙ йыл – ҡалай туй. Был көндә ялтырап торған һауыт-һаба бүләк итәләр.

Ун йыл – рауза сәскәләр туйы. Болгарҙар был көндө Рауза көнө тип атай. Тантана сәбәпселәрен ҡыҙыл раузаларға күмергә мөмкин.

Ун ике – никель туй.

Ун биш – быяла туй. Ул һис кенә лә тоноҡланмаған мөнә­сәбәтте һынландыра. Никахтағы парҙар быя­ланан эшләнгән бүләктәр ҡабул итә.

Егерме йыл – фарфор туй. Ошо тиклем ваҡыт ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусылар ҡунаҡ­тар­ҙы яңы фарфор һауыт-һабаға һалынған ризыҡ менән һыйлай.

Егерме биш йыл – көмөш туй. Алтын балдаҡтар эргәһенә көмөшө кейелә.

Утыҙ йыл – ынйы туй.

Утыҙ биш йыл – туҡыма туй. Был көндә тынлыҡ һәм тыныслыҡ бил­дәһе итеп ашъяулыҡ бүләк итәләр.

Утыҙ ете ярым йыл – алюмин туй. Ғаиләнең оҙон ғүмерле һәм бәхете ныҡлы булыуы тураһында һөйләй.

Ҡырҡ йыл – ҡыҙыл яҡут туй. Никах балдағы ҡыҙыл яҡут ташы менән биҙәлә.

Илле йыл – алтын туй. Алтын балдаҡтар яңыһына алмаштырыла.

Алтмыш йыл – беренсе гәүһәр туй.

Алтмыш биш йыл – тимер туй. Был никахты бер нәмә лә тарҡата алмай тигәнде аңлата.

Етмеш йыл – икенсе гәүһәр туй. Хозур туй.

Һикһән йыл – имән туй. Имән – тормош, мәңгелек, ныҡлыҡ һәм аҡыл символы.

Йөҙ йыл – ҡыҙыл туй.







Читайте нас: