Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
4 Июнь 2018, 18:21

Мәңге талмаҫ пар ҡанаттар булып

Социаль-мәҙәни үҙәктә алтын туйҙарын билдәләгән ғаилә тормошо юбилярҙарын хөрмәтләү тантанаһы уҙҙы.

Түбән Әүрез ауылынан бына инде ярты быуат иңгә-иң терәп, берҙәм һәм татыу йәшәгән Гөлсөм Мәүлетйән ҡыҙы һәм Фәнил Хәбир улы Басировтар, Рәсимә Имам ҡыҙы һәм Рифҡәт Ғилметдин улы Латиповтар туғандары һәм ҡунаҡтар йыйылған был тантаналы көндө көслө алҡыштар аҫтында һөйөү һәм тоғролоҡ билдәһе булған символик утты ҡабыҙҙы.

Л. Т. Сафина етәкселегендә район ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре, “Ғаилә” үҙәге етәксеһе М. В. Кравченко алтын ғаилә парҙарына иң йылы һәм изге теләктәрен еткерҙе. Район мәҙәниәт һарайы һәм Түбән Әүрез ауыл мәҙәниәт йорто артистары уларға музыкаль күстәнәстәр тәҡдим итте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән дә бүләктәр тапшырылды.

- Беҙ Фәнил менән ул Ҡытай сигендә дүрт йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас таныштыҡ, - ти 15 йәштән колхозда эшләй башлаған Гөлсөм Мәүлетйән ҡыҙы, һөйөклө тормош иптәше менән бергә йәшәгән йылдары тураһында бәйән итеп.

Ә Фәниле өсөн ул донъялағы иң ҡәҙерле кешеһе, һайрап туймаҫ һандуғасы, гүзәл сәскәһе, яҡты ҡояшы булған. Бергәләп дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Рита Өфө мәктәптәренең береһендә өлкән синыфтарҙа математика уҡыта. Улдары Руслан Ханты-Манси округында хәрби һаҡ бүлегендә эшләй. Ҡыҙҙары Рима һәм кейәүҙәре Нәфис Мостафиндарҙың үҙ фермер хужалыҡтары бар, улар ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Улдары Хәлил дә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып бара. Басировтар бөгөн дә балалары, һигеҙ ейәне тураһында хәстәрлек күреп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәй.

Рәсимә Имам ҡыҙы бынан 50 йыл элек тыуған ауылы Мәндәнгә ҡара туры атта уны һоратырға килгән Рифҡәт менән яҙмышын бәйләй. Йәштәр йорт һалып инә. Йәм өҫтөнә йәм өҫтәп, бер-бер артлы балалары Ризида, Идалиә, Данил донъяға килә. Ғаилә башлығы 37 йыл Шафран урман хужалығында техник булып эшләй. Ә тормош юлдашы оҙаҡ йылдар райпо магазинында һатыусы була, һуңынан колхозда хеҙмәт һала. Улар балалары бәхетенә ҡыуанып йәшәй, алты ейәндәрен дә үҫтерергә ярҙам итә.

Эйе, Латиповтар һәм Басировтарҙың ғаилә тормошона ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Алыҫ 1968 йылда ғаилә ҡороп, мәңге талмаҫ пар ҡанаттар булып, улар бөгөнгәсә бер-береһенә булған һөйөү хистәрен түкмәй-сәсмәй һаҡлап ҡалған.


Алтын туйҙарын билдәләгән Латиповтар һәм Басировтар.
Читайте нас: