Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
25 Май 2018, 17:38

Илебеҙ ҡалҡаны ышаныслы

Ошо көндәрҙә илебеҙ иҫтәлекле дата – сик буйы хеҙмәтенең 100 йыллығын билдәләй.

Традиция буйынса, 28 майҙа ҡала һәм ауылдар урамдары буйлап Рәсәй сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ир-егеттәр йәшел погонлы формаларын, йәшел фуражкаларын кейеп, байраҡ күтәреп тигеҙ сафтарҙа үтәсәк.

Сик буйы ғәскәрҙәре юбилейына әлшәйҙәр ҙә әҙерләнә. Быйылдан башлап улар үҙ традицияларын булдырҙы – район үҙәгендәге паркта бөтә быуын сик буйы һаҡсыларына ҡуйылған һәйкәл эргәһендә осрашасаҡтар. Унда улар хеҙмәт иткән йылдарын, командирҙарын, хәрби дуҫтарын, Тыуған илебеҙ сиктәрен һаҡлаған ҡыйыу яугирҙәрҙе хөрмәт менән иҫкә аласаҡ.

Сик буйы һаҡсылары был көндө Үрнәк ауылынан Фаил Хисамовты ла ғорурлыҡ менән иҫкә алыр. Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигының хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштары тураһында ул ваҡытта күп тапҡырҙар гәзиткә яҙып сығалар, үҙәк телевидениенан сюжеттар күрһәтәләр.

“Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы “Мәскәү” айырым контроль-үткәреү пунктының сик буйы һаҡсылары менән осрашҡанда мин бер нисә тапҡыр Фаил Хисамовтың исемен ишеттем, - тип башлана “Советский пограничник” гәзитенең 1982 йылғы июнь һанындағы бер мәҡәлә. - Был исемде уның менән бергә “Шереметьево” аэропортындахеҙмәт иткән командирҙарҙан алып ябай һалдаттарға тиклем белә.

Сик буйы һаҡсыһы нисек танылыу алған һуң? Фаил Хисамов – Башҡортостандың Әлшәй районында тыуып үҫкән ябай, көләс йөҙлө егет. Сик буйында хеҙмәт итеүенең тәүге көндәрендә уға тыуған яҡтары – Үрнәк ауылындағы исемһеҙ бәләкәй йылға, уның эргәһендәге урман бик йыш төшөнә инә. Егеттең ата-әсәһе Әмир Лотфулла улы һәм Фәниә Насибулла ҡыҙы ябай колхозсылар була, Фаил дә бала сағынан агроном булырға хыяллана.

Ғөмүмән, егет үҙен бәхетле һанай. Барлыҡ уй-хыялдары һәр ваҡыт тормошҡа аша. Егет элек бер ваҡытта ла Мәскәүҙә булмаған, ә хәҙер ул бында, Сик буйы контроленең айырым отрядында барыһы ла өлгө алырлыҡ итеп хеҙмәт итә. ул Паспорт контролендә хеҙмәт иткәндә дәүләт сиген боҙоусы ете кешене тота. Ябай һалдаттың бындай уңыштарына, уяулығына һәм хәрби оҫталығына һәр сик буйы һаҡсыһы көнләшә ала”, - тип яҙа автор.

Ә Әлшәй егете башҡаса булдыра ла алмай, сөнки ул өлкәндәрҙең лайыҡлы өлгөһөндә үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның олатаһы Хисамов Лотфулла Хисаметдин улы илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлай. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, инвалид-фронтовик замандаштары менән ауыл хужалығын күтәрә, баһадирҙай улдар тәрбиәләп үҫтерә. Хисамовтар, улар араһында Фаилдың атаһы Әмир Лотфулла улы ла бар, дүртеһенә ун ике ел Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. Фаил да, “хисамовтарса”, намыҫ менән Ватан алдындағы бурысын үтәй. СССР-ҙың дәүләт сиген һаҡлауҙы уға ышанып тапшырыуҙары менән сикһеҙ ғорурлана, сик буйы именлегенең уның уяулығына бәйле булыуын яҡшы аңлай. Сержант составы мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егет отделениеның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, контролерҙар советы ағзаһы була. Хеҙмәтендәге уңыштары өсөн өлкән сержант исеме бирелә, I һәм II дәрәжә “Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә. Хеҙмәтенең аҙағында уның күкрәгендә тағы бер һалдат батырлығы билдәһе – “Дәүләт сиге һағында яҡшы хеҙмәт өсөн” миҙалы балҡый. Тыуған яғына егет КПСС ағзаһы булып ҡайта.

Сик буйы хеҙмәтендә бындай уңыштар яулаған һалдатты армияла ҡалырға ла саҡыралар, әлбиттә. Әммә ул хыялына тоғро ҡала, армияға тиклем Аксен техникумын тамамлаған Фаил артабан ауыл хужалығы институтында агроном һөнәрен үҙләштерергә теләй. Диплом алып, тыуған ауылына ҡайта. Һөйгәне - курсташ ҡыҙына өйләнә, колхозда эшләй башлай. Әммә Фаилға тыуған ерендә икмәк үҫтерергә, ҡояш сыҡҡанда икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарында алтындай башаҡтарҙың тирбәлеүен күрергә насип булмай. Уның ғүмере бик иртә, сәскә атҡан мәлендә өҙөлә....

Бер нисә көндән йәшеллекә күмелгән май иртәһендә илебеҙҙә залптар яңғырар, элек дәүләт сиге һағында торған һәм әле лә хеҙмәт итеүселәр хөрмәтенә салюттар бирелер. Тап Үрнәк егете Фаил Хисамов кеүек дәүләт азатлығын һәм берҙәмлеген ышаныслы һаҡлаусы, батыр һәм ҡыйыу сик буйы яугирҙәре иҫтәлегенә яңғырар улар, сөнки илебеҙ сиктәренең ныҡлығы, бойондороҡһоҙлоғо тап шундай егеттәргә бәйле булды һәм буласаҡ.

Читайте нас: