+12 °С
Болотло
“Йорт һатып алма, күрше һатып ал”, “Яҡындағы күрше алыҫ туғандарҙан яҡшыраҡ”, “Күршеңдә эт булһа булһын, күршең үҙе эт булмаһын”... Күршеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр шул тиклем күп! Ысынлап та, күршеләр менән яҡшы мөғәләмәгә ни етә. Ә был акция йәнә бер осрашыу, аралашыу, бәлки, мохтаждарға ярҙам итеү, бергәләп йорт алдарын, урамды тәртипкә килтереү өсөн тағы бер сәбәп булһын. Сөнки бер-береңә терәк булып, дуҫ һәм татыу йәшәү - Хоҙай ҡаршыһында ҙур сауап.