Әлшәй хәбәрҙәре
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
18 Май 2018, 17:38

Башҡортостанда һабантуйҙар уҙғарыу графигы раҫланды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылда республиканың район һәм ҡалаларында «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, республикала тәүге һабан байрамы 26 майҙа Стәрлетамаҡта һәм Ҡырмыҫҡалы районында ойошторола.

2 июндә һабантуйҙы Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондарында һәм Ағиҙелдә йәшәүселәр билдәләй.

10 июндә һабантуй Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен, Борай, Ғафури, Йәрмәкәй, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Тәтешле, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондарында һәм Күмертауҙа уҙа.

12 июндә «Һабантуй» халыҡ байрамы Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә була.

16 июндә һабан байрамын Дыуан, Ҡариҙел, Күгәрсен, Мәсетле, Мишкә, Салауат һәм Шишмә райондары халҡы билдәләй.

30 июндә һабантуй Салауатта, шулай уҡ Балтас районында ойошторола. .

7 июлдә һабантуйҙы Башҡортостандың Иглин районы халҡы билдәләй.