Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
6 Апрель 2018, 11:17

Нитраттарһыҙ уңыш

Күп йылдар химик ашламалар ҡулланыу серетмә барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай, ә был, үҙ сиратында, даими рәүештә уңыштың түбәнәйеүенә килтерә.

Бөгөн иң төп мәсьәләләрҙең береһе булып пестицидтар һәм химик ашламалар ҡулланыуҙан тупраҡтың зарарланыуы тора. Күп йылдар химик ашламалар ҡулланыу серетмә барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай, ә был, үҙ сиратында, даими рәүештә уңыштың түбәнәйеүенә килтерә. Экологик яҡтан хәүефһеҙ биоашламаларҙың барлыҡҡа килеүен был мәсьәләне хәл итеү сараһы тип һанарға мөмкин.

Биоашламалар – тупраҡты байытыусы, үҫемлектәрҙе туҡландырыусы организмдар (бактериялар), улар төрлө ауырыуҙарға бирешмәүҙе тәьмин итә, нитраттарҙы тарҡата һәм продукттарҙа уларҙың күләмен аҙайта.

Беҙҙең шарттарға Башҡортостанда етештерелгән биологик ашламалар яҡшы тәьҫир итә. Мәҫәлән, “АЗОЛЕН” тупраҡты азот менән байыта һәм иремәй торған химик ашламаларҙы тарҡата; “ЕЛЕНА” – үҫемлектәрҙе фитофтороз, ризоктониоз, төрлө бәшмәк ауырыуҙары кеүек фитопатогендарҙан һаҡлай; МБФУ (фосфорлы микробиологик ашлама) тупраҡты фосфор, калий менән байыта.

Хәйбулла, Яңауыл, Ауырғазы һәм башҡа райондарҙың ҡайһы бер хужалыҡтарында һыналып, иген һәм ужым культураларына ҡулланылған биоашламалар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы эшкәртеү һәм бер тапҡыр шытымдарҙы һиптереү уңышты гектарынан - 4-5 центнерға, йәшел массаны арттырыу һәм минераль ашламаларҙы 30 процентҡа кәметеү мөмкинлеге бирҙе.

Биопрепараттарҙы ҡасан ҡулланырға:

*сәскә, файҙалы сифаттарҙы һәм юғары уңышлылыҡты һаҡлап, түтәлдәрҙә нитратһыҙ йәшелсә-емеш үҫтергәндә (“АЗОТИК” һәм “СТИРОРА” биологик ашламаларын баҡсала ҡулланырға мөмкин); *компост барлыҡҡа килтереү һәм сүп соҡорҙарын таҙартыуҙа;

*уңышты һаҡлау һәм мөгәрәптәрҙе таҙартыуҙа;

*һутлы аҙыҡтарҙы силослағанда һәм сенаж һалғанда.

Радик ГӘРӘЕВ,

“Россельхозцентр” филиалының район бүлеге етәксеһе.

Читайте нас: