Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
30 Март 2018, 14:03

Штраф һалдылармы? Ваҡытында түлә

ЮХХДИ штрафтары буйынса бурыстарҙы түләттереү - суд приставтары хеҙмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.

ЮХХДИ штрафтары буйынса бурыстарҙы түләттереү - суд приставтары хеҙмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.

2017 йылда суд приставтарының Әлшәй район бүлегендә штраф түләтеү буйынса 11859 башҡарма эш тикшерелде. Шуларҙың 7054-е (15181 һум) - былтыр, 1070-е (1549 һум) 2018 йылдың ике айында тамамланды.

Хәҙер хатта штраф түләнгән булһа ла, ирекле башҡарыу өсөн билдәләнгән ваҡыт тамамланыу менән был эш яңы административ хоҡуҡ боҙоу составына индерелә. Һәм, штраф түләүҙән тыш, ғәйепле кеше мотлаҡ эштәргә ебәреләсәк, йәиһә судтар тарафынан билдәләнгән штрафтар буйынса уға 15 тәүлеккә тиклем арест һалынасаҡ. Был осраҡта штраф түләү генә етмәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аныҡ башҡарма производстволарына һәм бурысты түләү тәртибенә бәйле бөтә мәғлүмәтте http://r02.fssprus.ru/ сайтында белергә мөмкин. Шулай уҡ штрафтарҙы ваҡытында түләргә саҡырабыҙ. Башҡарма производство ҡуҙғатылған осраҡта түләү тураһындағы квитанцияны суд приставтары хеҙмәтенә ебәрергә кәрәк.

Т. ОГНЕВЕЦ,

бүлек етәксеһе – өлкән суд приставы.

Читайте нас: