-5 °С
Ҡар
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәр кемде һыуҙың әһәмиәте тураһында уйланырға саҡыра. Сөнки тиҙҙән эсәр һыуға ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Һуңғы 100 йылда һыу ҡулланыу ете тапҡырға артҡан. Халыҡ-ара белгестәр фекеренсә, эсәр һыуға ҡытлыҡ 21-се быуатта төп мәсьәләгә әйләнәсәк. Әле бөгөндән үк ауыл хужалығы һәм сәнәғәт ихтыяждары өсөн 230 миллиард кубометр һыу етмәй. Башҡортостанда әлегә был мәсьәлә уңышлы хәл ителеп килә.