Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
21 Март 2018, 18:34

Науруз байрамы мөбәрәк булһын!

Уны һәр халыҡ үҙенсә атап йөрөтә. Науруз байрамы көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21-25 мартта) башлана ла ай аҙағына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр.

Уны һәр халыҡ үҙенсә атап йөрөтә. Науруз байрамы көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21-25 мартта) башлана ла ай аҙағына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр.


Наурузға алдан әҙерләнеп ҡуялар. Һәр кем, һәр ауыл хәленән килгәнсә йыйына, уйын төрҙәрен уйлай, ҡайһы ерҙә ҡайһыныһын ойоштороу тураһында һүҙ беркетелә.
Науруз тыуған көндө һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап, шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Бойҙай туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул.

Ризығы мул булһын!
Игендәр шашып уңһын!
Ҡаҙандар ташып торһон!
Бир көндәрҙең һилен —
Илдәр булһын имен! —


Читайте нас: