Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
21 Март 2018, 18:08

Балыҡлы ла, бүләкле лә булдылар

Ибрай ауылы эргәһендә Дим йылғаһында спортсылар һәм һәүәҫкәр балыҡсылар араһында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса район-ара ярыш уҙҙы. Сараны спорт комитеты һәм район һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы ойошторҙо.

Ибрай ауылы эргәһендә Дим йылғаһында спортсылар һәм һәүәҫкәр балыҡсылар араһында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса район-ара ярыш уҙҙы. Сараны спорт комитеты һәм район һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы ойошторҙо.

Мауыҡтырғыс ярыштарҙа Әлшәй, Ауырғазы, Благовар, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә райондарынан йөҙҙән ашыу балыҡсы ҡатнашты. Бөтәһе 16 команда йыйылды.

Уңыш тәүгеләрҙән булып Александр Захаровҡа йылмайҙы, иң тиҙ мәке быраулаусы был егеткә балыҡ та беренсе эләкте. Иң ҙур балыҡ Альберт Кәримов ҡармағына ҡапһа, иң бәләкәйе Азат Йәһүҙинға булды. Иң өлкән ҡатнашыусы - Зөфәр Мөхитов, иң йәше тип Кирилл Грицай танылды. Уларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Еңеүгә ынтылышы өсөн Эмиль Абдуллин да бүләкле булды. Бынан тыш, беренселекте ойоштороусылар ярышта ҡатнашыусы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Фаягөл Кәримованы ла билдәләп үтте.

Сара аҙағында спортсылар тотҡан балыҡты үлсәгәс, еңеүселәр билдәләнде. Шәхси иҫәп буйынса беренсе урын Александр Захаровҡа бирелде, икенсе - Виталий Костров һәм өсөнсө урынға Хәлит Мирғәлиев сыҡты. Ә командалар араһында “Раевсахар” йәмғиәте лайыҡлы еңеү яуланы, шишмәләр - икенсе һәм Әлшәйҙең “СМС” командаһы өсөнсө урынды алды.

Динар ӘХМӘҘРИСЛАМОВ,

спорт комитеты рәйесе.


Читайте нас: