Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда ла ирекмәндәр бар. 2015 йылдың яҙында “Урындағылар” хәрәкәте ойошторолдо. “Беҙ – йәшебеҙ, һөнәребеҙ, йәшәү урыны буйынса төрлө кешеләр, ләкин беҙ бергә йыйылдыҡ, сөнки беҙ УРЫНДАҒЫЛАР!” – тип яҙа үҙҙәре хаҡында инициативалы егеттәр “Бәйләнештә” селтәрендә. Улар көнүҙәк проблемаларҙы хәл итер өсөн бергә йыйылды. Ә проблемалар, ысынлап та, етерлек. Мәҫәлән, “Таҙа Раевка” проекты экологик өмәләр үткәреүгә йүнәлтелде.
- Иң элек, Раевка 4-се мәктәбе интернаты территорияһындағы сүплекте йыйыштырҙыҡ, - ти хәрәкәт активистарының береһе Сергей Попков. – Социаль селтәрҙәргә белдереү бирҙек һәм акциябыҙға бик күп кеше ҡушылыр, тип башыбыҙға ла килтермәнек. Билдәләнгән көндө 80-гә яҡын кеше көрәк һәм тырма тотоп, эш кейемендә килде. Беҙ бик татыу эшләнек, территорияны сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Шулай уҡ йылға буйҙарында, район үҙәгендәге паркта ла өмәләр ойошторолдо. Беҙҙә кешеләрҙең шундай ярҙамсыл булыуҙары бик ҡыуандырҙы.
“Урындағылар” йәмәғәт хәрәкәте ағзалары күп кенә изге эштәр атҡарҙы. Эшҡыуар Татьяна Гридина инициативаһы менән “Триумф” кафеһы территорияһында батарейкалар һәм энергия һаҡлаусы лампалар йыйыу өсөн контейнер ҡуйылды. Ҡалдыҡтарҙы йыйған, эшкәрткән һәм утилләштергән өсөн квартал һайын ул үҙе түләй. Бындай контейнер тотоу уға табыш килтермәй әлбиттә, әммә проблема шунда, контейнер һәр ваҡыт тулмай, сөнки халыҡ беҙҙә батарейкаларҙы ташларға түгел, ә утилләштерергә кәрәклеген аңлап бөтмәй әле. Ошондай тауарҙар һатылған урындарҙа махсус контейнерҙар ҡуйылһа бик яҡшы булыр ине.
“Урындағылар”ҙың тағы ла бер проекты - “Паркка тормош” тип атала. Был эш район үҙәгендә йәшәүсе бер кеше социаль селтәрҙә паркка эскәмйәләр ҡуйылһа, ниндәй яҡшы булыр ине, тип яҙғас башлана. Идеяны хуплап ҡаршы алалар һәм аҡса йыйыу ойошторола. Тыуған ауылыбыҙҙың юбилейына паркта ике матур эскәмйә һәм уңайлы эскәмйә-бәүелгес, сүп һауыттары ҡуйыла. Һуңыраҡ селтәрләп эшләнгән япма аҫтында ҙур китап рәүешендә урам китапханаһы асыла. Шулай итеп эшҡыуарҙар һәм ауыл халҡы ярҙамы менән активистар 4-се мәктәп уҡыусыһы Валерий Машковтың проектын бойомға ашыра.
Йәштәр эштәре бүлеге вәкилдәре менән бергә парктағы баҡсала 100 төп миләш һәм йүкә ағасы ултыртылды. Улар шулай уҡ республиканың “Тормош ағасы” социаль- ижтимағи проектына ла ҡушылалар. Әлшәй урман хужалығы һәм “урындағылар” көсө менән районда 1650 төп ҡарағас һәм кедр үҫентеһе ултыртыла.
Хәрәкәт активистары һәр ваҡыт ауыл ваҡиғалары уртаһында ҡайнай. Улар Раевкала туҡталыш павильондарын төҙөкләндереүгә аҡса йыйыу менән шөғөлләнгән инициатива төркөмө составына һайлана. Был эш урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса ғәмәлгә ашырыла.
“Урындағылар” шулай уҡ балалар приюты өсөн дә күп эштәр башҡара. Мәҫәлән, Космонавтика көнөнә арналған сара үткәреп, балаларға йыһан, спутниктар тураһында бик күп ҡыҙыҡлы нимәләр һөйләгәндәр. Приютта балалар менән бергә үҙҙәре бүләк иткән антеннаны ҡуйғандар, юлдаш телевидениеһының нисек эшләүен аңлатҡандар. Эшҡыуарҙарҙы ла изге ғәмәлдәр ҡылыуға йәлеп итәләр. Мәҫәлән, Илнур Килдеғолов приютта пластик тәҙрәләр ҡуйған, Рифмир Миңлейәров утын менән ярҙам иткән. Елена Бандурко балаларҙы – канцелярия тауарҙары, ә Гүзәл Байбурина өҫ кейемдәре менән тәьмин иткән. Александр Кнуренко электр үткәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлашҡан.
Активистар шулай уҡ Крещение байрамын үткәреү кеүек изге эштә лә йыл һайын әүҙем ҡатнаша.
Улар алып барған эштең тағы ла бер йүнәлеше – мохтаждарға һәм ишле ғаиләләргә ярҙам итеү. “Раевка волонтерҙары” проекты сиктәрендә Наталья Дорофеева етәкселегендә аҡса, кейем-һалым йыйыуҙы ойошторалар. Ғәҙәттә ярҙам һорап йорттары янған кешеләр, күп балалы ғаиләләр мөрәжәғәт итә. Шуныһы ҡыуаныслы, Раевка халҡы уларға шунда уҡ ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша.
- Район, ауыл биләмәһе етәкселегенең беҙҙең тәҡдимдәребеҙҙе һәр ваҡыт хуплап ҡаршы алыуына беҙ бик шатбыҙ, - ти Сергей Попков. – Башланғыстарыбыҙҙы раевкалар ҙа тиҙ генә күтәреп ала. Бөтә был проекттарыбыҙ беҙҙең дөйөм энтузиазмға нигеҙләнә.
Ял көндәрендә телевизор алдында ултырырға, диванда ял итергә, социаль селтәрҙәргә инеп сығырға мөмкин. Ә шул уҡ ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып, "урындағылар" кеүек, тормошобоҙҙо тағы ла яҡшыраҡ, тыуған ауылыбыҙҙы тағы ла йәмлерәк, күркәмерәк итә алабыҙ бит.