Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
5 Март 2018, 13:45

Ә тормош дауам итә...

Эйе, февраль ҡыҫҡа булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был айҙа районда 41 кеше вафат булды, ә үткән йылдың ошо уҡ осоронда 52 кеше донъя ҡуйған.

Эйе, февраль ҡыҫҡа булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был айҙа районда 41 кеше вафат булды, ә үткән йылдың ошо уҡ осоронда 52 кеше донъя ҡуйған. Февралдә ни бары 23 сабый тыуған, был 2017 йыл менән сағыштырғанда 12-гә аҙыраҡ. Быйыл ҡыҙҙар күберәк (14), ә малайҙар - 9 ғына. Үткән йыл иһә ошо уҡ ваҡытта 19 малай һәм 16 ҡыҙ донъяға килгән.

Яңы тыуған сабыйҙар араһында Камил, Эмиль, Арыҫлан һәм Арина исемдәре популяр. Ярослав, Станислав, Роман, Эрика, Эмилия, Рида һәм Нарина исемдәре һирәгерәк осрай.

Законлы никахҡа инергә теләүселәр һаны 3 парға күберәк – быйыл улар – 14 (былтыр ошо осорҙа - 11). Шулай уҡ никахтарын тарҡатырға теләүселәр ҙә күбәйгән, улар иһә - 16 пар (13). Февраль айында уллыҡҡа алыу мәсьәләһе менән ЗАГС бүлегенә бер ғаилә мөрәжәғәт иткән. Атайлыҡты билдәләү өсөн 5 пар ғариза яҙған, уҙған йылдың күрһәткесе лә шундай уҡ. 5 кеше үҙ исемен алмаштырырға ҡарар иткән, ҡайһы берәүҙәр әсәһенең ҡыҙ фамилияһын, ҡайһылары үҙҙәрен тәрбиәләгән кешеләрҙең фамилияһын алырға теләүҙәрен белдергән. 2017 йылда ундайҙар ике кеше булған.

Һигеҙ ғаиләлә тәүге сабый донъяға килгән, етеһендә – өсөнсө, алтыһында – икенсе һәм ике ғаиләлә дүртенсе бала тыуған. 16 әсәй – 20 - 30 йәштә булһа, етәүһе – 30 - 40 йәшлектәр.

Читайте нас: