Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
5 Март 2018, 17:24

Мартта иҫтәлекле көндәр

Беренсе мартҡа тиклем ҡара ҡарға күренһә, ҡар тиҙ китер. Март башында турғай эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы килер. Егерме бишенсе мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр. Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.

Мартта көн менән төн тиңләшә.

Марттың шартын апрель сығарыр.

Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.

Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.

Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
1 – Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
Яҙыусы Хәким Ғиләжевтың тыуыуына - 95 йыл (1923-1997).
Бөтә донъя бесәйҙәр көнө.
3 – Бөтә донъя яҙыусылар көнө.
6 – Яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың тыуыуына - 90 йыл (1928-1983).
8 – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
10 – Архивтар көнө.
11 – Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө.
13 – Шағир, яҙыусы Сергей Михалковтың тыуыуына - 105 йыл (1913-2009).
15 – Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө.
17 – Күренекле балет артисы Рудольф Нуриевтың тыуыуына - 80 йыл (1938-1993).
18 – Сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Һалым полицияһы көнө.
19 – Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр көнө.
20 – Рәсәй Эшсе-Крәҫтиәндәр хөкүмәтенең Башҡорт хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостаны тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған көн (1919).
Яҙғы көн менән төн тигеҙләшә.
Халыҡ-ара бәхет көнө.
21 – Бөтә донъя ер көнө.
Халыҡ-ара урмандар көнө.
Бөтә донъя шиғриәт көнө.
Науруз байрамы.
22 – Бөтә донъя һыу ресурстары көнө.
Рәғаиб кисәһе.
23 – Бөтә донъя метеорология көнө.
24 – Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө.
25 – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Дин эшмәкәре, ишан Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына - 185 йыл (1833-1917).
27 – Халыҡ-ара театр көнө.
Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре көнө.
28 – Яҙыусы Максим Горькийҙың тыуыуына - 150 йыл (1868-1936).


Читайте нас: