Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
22 Февраль 2021, 13:25

Офицер һөнәрен һайлаған

Таныш булығыҙ: күҙҙәренән нур бөркөлөп торған был мөләйем егет – “Профессор Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби- һауа академияһы”ның хәрби уҡытыу-фәнни үҙәге курсанты, буласаҡ офицер Ранис Халиҡов.

Ранис – Раевка 2-се урта мәктәбен тамамлаған, бөгөн ул Воронеж ҡалаһындағы академияның өсөнсө курсында уҡый. Хәрби хеҙмәткәр булыу, тап бына ошо уҡыу йортона инеү хыялы унда юғары синыфтарҙа белем алғанда тыуған. Оҙаҡ йылдар милицияла хеҙмәт иткән, хоҡуҡ тәртибе һағында торған атаһы Рөстәм Азат улы уның өсөн һәр саҡ өлгө булып тора.

Физик яҡтан ныҡлы һәм яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән егет абруйлы хәрби академияға, унда уҡырға инеү еңелдән түгел, һынауҙарҙы уңышлы үтә, тиҙ арала тәртипкә, ҡәтғи дисциплинаға өйрәнә һәм әлегә тиклем хәрби һөнәрҙе һайлауына бер генә тапҡыр ҙа үкенмәгән. Ул бында ышаныслы дуҫтар тапҡан, уҡыуы күп ваҡытын алыуға ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөн дә ташламаған яҡташыбыҙ оҫта итеп рәсем төшөрә, бигерәк тә портреттары бик матур килеп сыға.

- Мин, һәр әсә кеүек, хәстәрлекле һәм иғтибарлы, беҙҙең өсөн ныҡлы терәк булған улым менән бик ғорурланам. Бәләкәйҙән үк алдына ҡуйылған маҡсатына өлгәшеүе өсөн хөрмәт итәм. Ранис академияны уңышлы тамамлап, үҙен хәрби хеҙмәткә бағышларға, татыу ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләргә хыяллана. Уның холҡон белгәнгә, улымдың барлыҡ уй-хыялдары тормошҡа ашырына ышанам, - ти әсәһе Айгөл Рәиф ҡыҙы.

Күптән түгел, каникулға ҡайтҡас, курсант Халиҡов үҙенең туған мәктәбендә булды, унда буласаҡ сығарылыш синыф уҡусылары менән осрашты, уларға уҡыуы, академияла алырға мөмкин булған белгеслектәр тураһында һөйләне һәм егет-ҡыҙҙарҙы күңелдәренә хуш килерлек һөнәр һайларға саҡырҙы.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: