Әлшәй хәбәрҙәре
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
19 Ғинуар 2021, 13:10

Рәсәйҙең ике рекорды һәм Европа беренселегенә юллама!

Үҫмерҙәр араһында ауыр атлетика буйынса үткән ил беренселегендә Башҡортостан Республикаһы данын ике спортсы яҡланы.

Улар – Әлшәй ауыр атлетика мәктәбе тәрбиәләнеүселәре - Раевка 2-се мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Роман Макеев һәм М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының унынсы класс уҡыусыһы Денис Гортинский.

Беренселек өсөн көрәшкә, ҡағиҙә булараҡ, халыҡ-ара класлы спорты мастеры, атҡаҙанған спорт мастеры исемдәрен алған спортсылар сыға, был егеттәр ҙә тренерҙары Рифат Миңлейәров менән Салауат ҡалаһындағы уҡыу-күнекмә базаһында әҙерлек үтте. Ә ярыштар онлайн форматта Өфө ҡалаһында уҙҙы. 73 килограмға тиклемге ауырлыҡта сығыш яһаусы Денис Гортинский спорт мастеры кандидаты нормативын үтәне һәм алтынсы урын яуланы. Иң көсөргәнешле көрәш 81 килограмға тиклем ауырлыҡтағы атлеттар араһында барҙы, унда республиканың туғыҙ тапҡыр (!) рекордсмены булған Роман Макеев та сығыш яһаны. Калуга өлкәһенән килгән дәғүәсеһе менән ныҡышмалы көрәштә Роман Рәсәйҙең ике рекордын ҡуйҙы. Шулай ҙа был көндө уңыш Калуга егетенә йылмайҙы, ул Раевка атлетын еңеүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә Роман икенсе урынға сыға һәм спорт мастеры кандидаты нормативын үтәй.

Ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселеге –милли командаға һайлап алыу ҙа ул. Һоҡланғыс сығышы өсөн Роман Макеев Европа турнирында ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең үҫмерҙәр йыйылма командаһы составына индерелә. Хәҙер ул халыҡ-ара кимәлдәге сығышҡа әҙерләнә. Әйткәндәй, Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында беҙҙең тағы ла бер спортсыбыҙ – спорт мастеры Альбина Миңлейәрова ла бар.

Республиканың ауыр атлетика буйынса федерация президенты Виктор Конарев район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин исеменә яҙған рәхмәт хатында билдәләп үткәнсә, Романдың һәм уның остаздарының еңеүе – ауыр, күп йыллыҡ күнекмәләрҙең һөҙөмтәһе һәм бөтә Башҡортостан өсөн ҙур ҡаҙаныш ул.

Эйе, Раевка ауыр атлетика мәктәбе тарихында сағыу биттәр бихисап. Сирек быуат элек республиканың ауыл спортсылары араһында халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеменә Владимир Богославский лайыҡ булған, ошо көнгә тиклем ауыл спортсылары араһында бындай юғары бейеклеккә берәү ҙә күтәрелгәне юҡ әле. Бына 2020 йыл аҙағында тағы ла иҫтәлекле ваҡиға – республика ауыр атлетика тарихында Раевка штангасыһы Роман Макеев ауыл атлеттары араһында Рәсәйҙең бер юлы ике рекордын ҡуйған берҙән-бер үҫмер.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: