Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
3 Ғинуар 2021, 17:25

Яңы йылда – яңы үрҙәр

Яңы йылдың тәүге көнөндә иң спорт һөйөүсе район булып танылған Әлшәйҙә лә «Башҡорт (скандинав) йөрөшө көнө» сиктәрендә һәр ауыл биләмәһендә «Вәғәҙәләр йүгереүе» марафоны үтте.

- Раевка ауылында төп майҙансыҡ гимназия биләмәһендә булды. Спорт һөйөүселәр алдан уҡ быйылға үҙҙәренең маҡсаттарын яҙып, номерҙар тағып килгәйне. Улар 100 метрҙан алып 2021 метрға тиклем араны яйлап ҡына йүгереп йәиһә скандинав йөрөшө менән үтте, - ти район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.

Сарала ҡатнашыусылар саф һауала физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар менән Яңы йыл зарядкаһы, төрлө күнекмәләр ҙә яһаны. 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан Спорт һәм сәләмәтлек декадаһының тәүге көнө бына шулай күңелле һәм сағыу тәьҫораттар менән үтте.

Читайте нас: