Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
31 Декабрь 2020, 12:30

«Алтын» да, «көмөш» тә булды!

Миҙалдарҙы «Йәш һөнәрмәндәр (WorldSkills Russia)» VI төбәк чемпионатында Аксен агросәнәғәт колледжы студенты һәм Раевка гимназияһы уҡыусылары яуланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ворлдскиллс халыҡ-ара стандарттар буйынса һөнәри оҫталыҡ ярыштары мәғариф ойошмаларының 16 йәштән 22 йәшкәсә студенттары араһында ойошторола. Чемпион исеме өсөн буласаҡ белгестәр 94 компетенцияла көс һынашты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ярыш майҙансыҡтарының береһе «Агрономия» компентенцияһы буйынса иң көслөләр билдәләнгән Аксен агросәнәғәт колледжында булды. «Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү технологияһы» белгеслегенең дүртенсе курс студенты, Республика Башлығы стипендиаты, ошо уҡыу йорто намыҫын яҡлаусы Илнур Хәбиров, остаздарын сираттағы еңеүе менән шатландырҙы. Илнур алтын миҙал яулап, йәй көнө беҙҙең республикала үтәсәк “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионатында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
Ярыштарҙа 10 йәштән 16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары араһында 45 компетенцияла иң көслөлөр билдәләнде. Был категорияла Раевка гимназияһы уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны. Данил Ураҙбаев һәм Шакир Ғарипов (11-14 йәш категорияһы), Айҙар Хәйҙәров һәм Динар Зиязетдинов (14-16 йәшлектәр) ингән командалар «Селтәрле һәм системалы администраторлыҡ итеү» компетенцияһында ҡатнаштылар. Ярыштар Стәрлетамаҡ күп профилле колледжы майҙансығында үтте. Конкурс заданиеларын гимназия уҡыусылары уңышлы үтәне һәм көмөш миҙал яуланы. Шулай уҡ чемпионатта команда остаздары Әлфиә Әбделмәнова һәм Елена Шевелева ла ҡатнашты, улар эксперт-компатриот ролендә сығыш яһаны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Worldskills хәрәкәтенең төп бурысы — эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, йәштәрҙе иҡтисадтың етештереү өлкәһенә йәлеп итеү, халыҡ-ара стандарттарҙы иҫәпкә алып һөнәри белем биреүҙе камиллаштырыу.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: