Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
29 Декабрь 2020, 17:00

Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай, Матур бейей, шуҡ бабай!

Район үҙәгендә һәр йылдағыса, шәп һәм сағыу тамаша - Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады уҙҙы.

Улар Совет майҙанында осрашты һәм шыршы, Яңы йыл тураһында йырҙар йырлап, баян моңдары аҫтында район үҙәге урамдары буйлап үтте. Ә был әкиәттәгеләй матур тамашала аттарға атланып, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу алдан барҙы.

Ауыл клубтары, мәҙәниәт йорттарынан, мәктәптәрҙән һәм балалар баҡсаларынан килгән аҡ һаҡаллы тылсымсылар һәм уларҙың береһенән-береһе сибәр ейәнсәрҙәре бар халыҡты дәртләндереп, рәхәтләнеп күңел асты. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки жюри иң талантлы, шаян һәм креатив Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы билдәләргә тейеш бит. Ҡыш бабайҙар дефиле ваҡытында ла һыр бирмәне, төрлө әкиәт геройҙары һәм, әлбиттә, йыл символы - Үгеҙҙәр ҡатнашлығындағы флешмобта ла осҡон сәсеп бейене. Бер һүҙ менән әйткәндә, Яңы йыл байрамдарына старт бирелде. Өҫтәүенә ниндәйе әле!

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: