Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Облачно
Беҙҙекеләр шулай ул!
14 Декабря 2020, 09:20

Ағас тамырҙары менән көслө

Район уҡыусылары Башҡортостан Мәғариф министрлығы үткәргән “Минең шәжәрәм” республика генеологик тикшеренеүҙәр конкурсы призерҙары булды.

Добавить в предпочтительные источники Google

Бәйгелә Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән 400-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Призерҙар иҫәбендә беҙҙең район уҡыусылары ла бар. Ҡармыш мәктәбенең өсөнсө класс уҡыусыһы Иҙел Әхтәмов (етәксеһе А. Х. Әкимбәтова), Ташлы мәктәбенең бишенсе класс уҡыусыһы Алия Насретдинова (С. Ш. Миңлеғолова) һәм Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Айзилә Зарипова (М. З. Муллағолова) “Иң яҡшы тикшеренеүсе” номинацияһында еңеүсе булды.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас