Тышта һалҡын, ә был быуала һыу туңмай, уға һыу яҡында ғына ағып ятҡан инештән килә. Ҡышын шишмә һыуының температураһы плюс һигеҙ градуста була. Фәнүз Миңлеғәли улы быны термаль сығанаҡ, күрәһең, тип аңлата.
Дүрт йыл элек ул үҙ ихатаһында кескәй генә быуа яһау теләге менән яна башлай. Быуаны 12x12 метр ҙурлыҡта һәм тәрәнлеге ике метр ярым итеп эшләй. Янына селтәрле беседка яһап ҡуя, сәтләүек ағасынан үрелгән ҡойма менән уратып алып, төрлө ағастар, ҡыуаҡтар ултырта. Алмағас баҡсаһында ейәндәре өсөн биҙәкләп ағас өй эшләп ҡуя. Бик матур килеп сыҡҡан. Ҡышҡы айҙарға сынығыу өсөн быуала һыу ҡойона башлай. Ә былтыр апрель айында Приютово питомнигынан 800 селбәрә һатып алып, быуаға ебәрә. Шунда уҡ балыҡ өсөн махсус аҙыҡ та һатып ала.
- Барыһы ла шыма ғына барманы, әлбиттә, балыҡ үлде, быуала ылымыҡтар үҫеп сыҡты - ти Фәнүз Хафизов. - Һыуҙы кислород менән байытырға кәрәк ине. Бының өсөн торба һуҙҙым, уның буйынса быуаға йылғанан таҙа һыу килә. Һыу ағыҙғыс эшләп ҡуйҙым. Ҡыҫҡаһы, барыһына ла үҙем өйрәндем. Бағыр өсөн иң мөһиме - таҙа һыу.
Фәнүз Миңлеғәли улы һөнәре буйынса урмансы. 26 йылдан ашыу Әлшәй урмансылығында эшләгән. Тормош иптәше Фәниә хаҡлы ялға сыҡҡансы Ыҫлаҡ амбулаторияһында физиотерапия кабинеты шәфҡәт туташы булып хеҙмәт һалған. Татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер ейәндәренең (бер ҡыҙ һәм өс малай) уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр.
Ҙур булмаған быуала балыҡтар һикерә. Фәнүз Миңлеғәли улы күпер эргәһенә барыуы була, балыҡтар шунда уҡ уның янына йөҙөп килә һәм, йорт хайуандары кеүек, ҡулына һырпалана. Өҫтәүенә ашатыу ваҡыты ла еткән. Балыҡтарын махсус аҙыҡтан тыш ул йомортҡа, бауыр менән дә һыйлай.
Бындай аҙыҡ ҡиммәткә төшә, әлбиттә. Емде ул көнөнә ике тапҡыр һибә. Ә яҙын ул быуаһына йәнә селбәрәләр ебәрергә ниәтләй. Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, тырышҡан моратына еткән. Эйе, уңыш тап бына Фәнүз Хафизов кеүек булдыҡлыларға йылмая ла инде.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.