Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында оло йәштәгеләрҙең IX республика үҙешмәкәр сәнғәт фестиваленә йомғаҡ яһалды.
Коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле килеп тыуған ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл “Мин тормошто яратам!” фестиваленең һайлап алыу этабы ситтән тороп уҙғарылды. Ижади коллективтар һәм айырым башҡарыусыларҙың видеояҙмалары “Бәйләнештә” социаль селтәрендә министрлыҡтың рәсми битендә урынлаштырылды. Гала-концерт Өфөлә Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөндә уҙҙы.
Артистарҙың сығышын Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, жюри рәйесе Нәзифә Ҡадирова етәкселегендәге комиссия баһаланы.
Гран-при бер тауыштан иң яҡшы концерт программаһы күрһәткән Баймаҡ районы артистарына бирелде.
Совет халҡының 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Иң яҡшы ижади номер” номинацияһында Ташлы ауылының “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле беренсе урын яуланы. Коллективты еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!